Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Март 2022, 08:30

Ҡорамал өҫтөнлөгөн раҫланы

Уның ярҙамында  йыл эсендә 15 меңгә яҡын тикшереү үткәрелгән.

Ҡорамал өҫтөнлөгөн раҫланы
Ҡорамал өҫтөнлөгөн раҫланы

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Күмертау ҡалаһы дауаханаһы 2020 йылда LOGIQ P9 ультратауыш аппараты алғайны. Дауахананың баш табибы Олег Астахов әйтеүенсә, медицина ҡорамалы 2021 йыл дауамында өҙлөкһөҙ ҡулланылған. Уның ярҙамында 15 меңгә яҡын тикшереү үткәрелгән.

Күмертау ҡалаһы табиптары әйтеүенсә, яңы техника сирҙәрҙе иртә асыҡларға ярҙам итә. Иртә диагностиканың теләгән  һәр сирҙе уңышлы дауалау нигеҙе икәнен белгестәр яҡшы белә. Юғары класлы универсаль аппарат диагностик һүрәттәрҙе оператив алырға, көсөргәнешле шарттарҙа эшләргә  булыша. Ҡан тамырҙары системаһын тикшереүҙән тыш, аппарат ҡорһаҡ системаһы  һәм ағзалары сирҙәрен диагнозларға, йөклөлөк осоронда скринингтар үткәрергә ярҙам итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: