Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында Аксаков диктанты яҙыу үтте.
Аксаков диктанты – ул полимәҙәни киңлектә рус теле һәм әҙәбиәтен танытыуға булышлыҡ итеүсе белем биреү һәм аң-белем таратыу акцияһы. Диктанттың маҡсаты – тел белеү һәм өйрәнеү кимәлен, грамоталылыҡты күтәреү.
Беренсе тапҡыр Аксаков диктантын М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 2017 йылда интерактив режимда уҙғара башланылар. 2018 йылдан был диктантты Студенттар фәне көндәре ваҡытында "Иң белемле студент" конкурсы сиктәрендә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында үткәрә башланылар. Уны уҡыу йортоноң рус һәм сағыштырма филология кафедраһы С.Т. Аксаковтың текстары нигеҙендә ойоштора. Диктантта юғары балл алған студенттар үҙ рейтингы өсөн дәртләндереү балдары һәм почет грамоталары ала.
Быйылғы уҡыу йылында Аксаков диктанты 10 марттан 24 мартҡа тиклем факультеттың бөтә бүлектәрендә рус һәм сағыштырма филология кафедраһы уҡытыусылары - профессор Ғ.Ғ. Хисамова һәм доцент Ә.С. Мәхмүтова етәкселегендә ойошторола.
Бындай саралар студенттарҙы тел ғилеменә яҡындан ылыҡтыра һәм шул уҡ ваҡытта ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Фән” милли проектында (национальный проект “Наука”) билдәләнгән бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
Фото: yandex.dzen
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан