Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй йәштәре союзы республикала ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы, “Үҫеш киңлеге” бөтә Рәсәй проектының төбәк этабында ҡатнашырға теләгәндәрҙе йыя башланы.
Проектта 16 – 35 йәшлектәр ҡатнаша ала. Бының өсөн дүртәр кешенән торған проект командаларына берләшергә кәрәк. Төп шарт – Башҡортостандағы 50 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән биләмәләрҙә йәшәргә кәрәк.
Проект сиктәрендә ҡатнашыусылар өсөн муниципалитет биләмәһендә тормошҡа ашырырлыҡ социаль-мәҙәни проекттар төҙөү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса онлайн-уҡыу ойошторола. Дөйөм ҡатнашыусылар иҫәбенән 25 команда майҙа Өфөлә үтәсәк төбәк мәктәбенә һайлап алына. Ғаризалар 16 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
– “Үҫеш киңлеге” программаһы Башҡортостандың бәләкәй ҡала, ҡасабаларында йәшәгән йәштәргә проект ярҙамында ошо биләмәләге социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеген бирә, – тине проекттың Башҡортостандағы етәксеһе Адель Хөсәйенова.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/230755