Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Март 2022, 12:30

Барлыҡ ФАП-тарҙа интернет буласаҡ

Башҡортостанда табипҡа йүнәлтмә буйынса яҙылыу, диспансер күҙәтеүе, поликлиникаға онлайн беркетеү, медицина страховкалау полисын һанлы формала алыу кеүек ғәмәлдәрҙе дистанциялы рәүешкә күсермәкселәр.

Барлыҡ ФАП-тарҙа интернет буласаҡ
Барлыҡ ФАП-тарҙа интернет буласаҡ

Республикалағы барлыҡ фельдшер-акушер пункттарын интернет селтәренә тоташтырыуҙы быйыл тамамлайҙар. Был эштәрҙең барыһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”)  сиктәрендә башҡарылған.

“Әлеге көндә юғары тиҙлекле интернет селтәренә төбәктәге 1802 фельдшер-акушер пункты  тоташтырылған.  Был дөйөм күләмдең  90 проценттан  ашыуына тиң. Республикала ауыл халҡы күпселекте тәшкил итә, ә телемедицина төпкөлдә йәшәүселәргә профилле белгестәр менән ситтән тороп аралашыу, ФАП-та ултырып, консультация алыу мөмкинлеген бирә”, - тип белдерә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры  Максим Забелин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырылған  ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты иһә - сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: gtrk.tv

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: