Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Март 2022, 09:30

Медицина ойошмаларына – яңы юлдар

Был учреждениеларға алып барған юлда йөрөү тиҙ, уңайлы, хәүефһеҙ булырға тейеш, сөнки бәғзе осраҡта, кеше ғүмеренә бәйле, ярҙам ни тиклем тиҙ күрһәтелһә, шул тиклем яҡшы.

Медицина ойошмаларына – яңы юлдар
Медицина ойошмаларына – яңы юлдар

Ағымдағы йылда ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) сиктәрендә Өфөлә медицина учреждениеларына алып барған биш юлды тәртипкә килтерәсәктәр. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо – дүрт километр тирәһе.

- Юл эшселәренең бурысы—  медицина учреждениеларына алып барған юлда йөрөү тиҙ, уңайлы, хәүефһеҙ булырға тейеш, сөнки бәғзе осраҡта был кеше ғүмеренә бәйле, медицина ярҙамы ни тиклем тиҙ күрһәтелһә, шул тиклем яҡшы. Беренсел звено һаулыҡ һаҡлау учреждениелары урынлашҡан участкалар – өҫтөнлөклө, - тип белдерә Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков.

Былтыр БДМУ клиникаһына алып барған юл нормативтарға яраҡлаштырылған: һүҙ Парк урамындағы 600 квадрат метр самаһы майҙан хаҡында бара. Юл нигеҙен һалғанда ресайклинг технологияһы ҡулланылған.

2022 йылда баш ҡалала 1-се Республика наркология диспансерына алып барған Суворов урамы тәртипкә килтереләсәк. Ә ҡаланың төньяғында Спорт медицинаһының реабилитациялау үҙәгенә алып барған Кемеров урамына, 3-сө поликлиникаға йүнәлткән Рәсәй тыҡрығына милли проект буйынса ремонт яһаласаҡ.

Шулай уҡ Совет районында Завод урамында ла ремонт эштәре көтөлә. Бында Республика стоматология поликлиникаһы урынлашҡан.

Дөйөм алғанда, Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар”  милли проекты сиктәрендә яңыртыласаҡ 16 объекттың бишәүһе медицина учреждениеларына алып бара.

Эштәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн подряд ойошмалары билдәләнгән муниципаль контракттар төҙөлгән. Әлеге ваҡытта ойоштороу эштәре бара. Ремсонт эштәре ағымдағы йылдың октябрендә тамамланырға тейеш.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: transport.bashkortostan.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: