Күптән түгел баш ҡаланың Ашығыс ярҙам дауаханаһында сираттағы ҙур семинар ойошторолған. Дауахана етәкселеге әйтеүенсә, тиҙҙән дауахана базаһында Инсультты мониторинглау үҙәге асыла һәм ошо ваҡиға алдынан учреждениела ҙур әҙерлек эштәрен башҡарғандар.
Яңыраҡ унда сираттағы “Инсультҡа дусар булғандарға госпиталгә тиклемге этапта ярҙам күрһәтеү стратегияһы” темаһына семинар үткән, унда Бөрө һәм Нефтекама зонаһынан 200-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре ҡатнашҡан. Быға тиклем видеоконференция режимындағы сарала Октябрьский, Белорет һәм Сибай медицина округтары белгестәре ҡатнашҡан. Дөйөм алғанда, ике ай эсендә дауахана белгестәре ун семинар уҙғарған, меңдән ашыу табип һәм фельдшер белемен камиллаштырған.
Һис шикһеҙ, Инсультты мониторинглау үҙәгенең даирәһе киң буласаҡ. Был ҙур маҡсат тормошҡа ашырыла ҡалһа, инсультҡа ҡаршы көрәштә бөтөнләй икенсе, юғарыраҡ кимәлгә сығасаҡбыҙ, ти белгестәр.
Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырыҙары сирҙәре менән көрәшеү системаһы етди яңырыу кисерә. Ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, Рәсәйҙә 140 ҡан тамырҙары үҙәге һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлеге заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.
Тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу кимәлен кәметеү; дөрөҫ туҡланыуҙы, сәләмәт тормошто, физик әүҙемлекте пропагандалау, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре ваҡытында тәүге ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәре хаҡында белем таратыу – быларҙың барыһы ла инсульт һәм инфаркты иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Милли проектты тормошҡа ашырыу нигеҙендә ҡан тамырҙарына бәйле сирҙәрҙән үлем кимәле дүрт тапҡырға кәмергә тейеш.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: www.бсмп-уфа.рф