Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Март 2022, 08:30

Ҡариҙелдәр шатлығы

Итҡол һәм  Иҫке Иткүсте ауылдарында йәшәгән  халыҡтың күпселеге өлкәндәр, улар айырыуса   медицина ярҙамына мохтаж 

“Һаулыҡ һаҡлау”милли проектына ярашлы, Ҡариҙел районының Иҫке Иткүсте  ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты  сафҡа индерелде. Яңы бинаға инер  алдынан ал таҫманы киҫеүҙе почетлы ҡунаҡтарға – район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллинға, район дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлингә  һәм Артакүл ауыл советы башлығы Александр Кокшаровҡа ышанып  тапшырҙылар.

Тап ошо етәкселәр Иҫке Иткүсте ауылына ыңғай үҙгәрештәр алып килде. Ҡариҙелдә асылған етенсе фельдшер-акушерлыҡ пункты был.

Медицина пунктында пациенттарҙы уңайлы шарттарҙа ҡабул итеү өсөн бөтәһе лә уйланылған. Процедуралар, тикшеренеүҙәр өсөн иркен бүлмәләр, һалҡын һәм эҫе һыу – барыһы ла бар. Итҡол һәм  Иҫке Иткүсте ауылдарында йәшәгән  халыҡтың күпселеге өлкәндәр, улар йыш ҡына медицина ярҙамына  мохтаж.

– Халыҡ аҙ йәшәгән ауылдарҙа ла медицина хеҙмәтен сифатлы итеп ойоштороу – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ҡуйған төп бурыстарҙың береһе. Башҡа тораҡтарҙа медицина учреждениелары мәсьәләләрен киләсәктә  хәл итәсәкбеҙ, – тип билдәләне район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото:BashNews

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: