Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Март 2022, 10:30

Башта ныҡлы тикшереү үткәрелә

Быйыл да эштәр дауам итә.

Башта ныҡлы тикшереү үткәрелә
Башта ныҡлы тикшереү үткәрелә

2022 йылда Башҡортостанда 182 күп фатирлы йортта  604 лифтты алмаштырырға уйлайҙар.

“Төбәк операторы” фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле 71 йортта 210 лифт монтажланған, тағы 32 күп фатирлы йортта 121 лифт ҡуйыла. Яңы лифттар хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ йәһәтенән заман талаптарына тура килә, энергия йәһәтенән һөҙөмтәле, шауламай.

Лифттарҙың монтажланасағы тураһында идара итеү компаниялары алдан иҫкәртә. Алмаштырғандан, кабинаны һәм күтәреү ҡоролмаларын эшкә ебәргәндән һуң “Ростехнадзор” белгестәре ҡатнашлығында күп тикшереүҙәр үткәрелә. Әгәр дәғүәләр булмаһа, лифт рәсми рәүештә сафҡа индерелә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

“Республика биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау төбәк операторы” фондына 2025 йылға тиклем файҙаланыу срогы сыҡҡан лифттарҙы алмаштырыу мәсьәләһе тора. Шулай итеп, 2023–2025 йылдарҙа 500 йорттағы 1305 лифтты алмаштырыу планлаштырылған.

Фото: Өфө ҡала хакимиәте.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: