Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Март 2022, 09:30

Ике ғаилә торлаҡлы булды

"Дәүләт ярҙамын 11 йыл көттөк", -т и торлаҡ сертификатына эйә булған Светлана һәм Рәсүл Ҡунафиндар

Ике ғаилә торлаҡлы булды
Ике ғаилә торлаҡлы булды

Күптән түгел Хәйбулла районының күп балалы ике йәш ғаиләһенә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә социаль түләү алыу тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды. Бәхетлеләр исемлеген Бүребайҙан Елена менән Геннадий Түлебаевтар, Сиҙәм ауылынан Светлана менән Рәсүл Ҡунафиндар тулыландырҙы.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү” айырым маҡсатлы ведомство программаһына ярашлы атҡарылды. Таныҡлыҡ ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки йорт һалыуға субсидиянан файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Бөтә иҫәп-хисап банк аша ҡулаҡсаһыҙ тормошҡа ашырыла. Субсидияны әҙер (икенсел) торлаҡ, яңы төҙөлгән фатир һатып алыуға, йорт һалыуға, ипотека йәки тәүге иғәнәне түләүгә тотоноп була. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү” айырым маҡсатлы ведомство программаһына ярашлы атҡарылды. Таныҡлыҡ ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки йорт һалыуға субсидиянан файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Бөтә иҫәп-хисап банк аша ҡулаҡсаһыҙ тормошҡа ашырыла. Субсидияны әҙер (икенсел) торлаҡ, яңы төҙөлгән фатир һатып алыуға, йорт һалыуға, ипотека йәки тәүге иғәнәне түләүгә тотоноп була.

Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов бәхетле ғаиләләргә сертификат тапшырҙы һәм изге теләктәрен еткерҙе.

Светлана менән Рәсүл Ҡунафиндар был программала 2010 йылдан алып тора һәм 11 йылдан һуң дәүләт ярҙамы алыуға ирешкән. Шуға күрә улар үҙҙәренең ҡыуанысын йәшермәй. Дүрт бала тәрбиәләгән ғаилә яңы йортло булырға хыяллана.

Район хакимиәтенең төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенең баш белгесе Әлфиә Ибраһимова әйтеүенсә, бөгөнгө көндә районда был программа буйынса 97 ғаилә сиратта тора, шуларҙың икәүһе ошо көндәрҙә сертификат алған. Былтыр дүрт ғаилә был программа буйынса сертификатҡа эйә булһа, шуларҙың өсәүһе - күп балалы ғаилә.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: