Стәрлетемаҡ ҡалаһы Рәсәй Федерацияһы президенты В.В.Путин указына ярашлы башланған ҙур милли проекттарҙың береһе - “Мәғариф” милли проектында (национальный проект “Образование”) дәррәү ҡатнаша. Үткән йылда был сараны тормошҡа ашырыу биш төбәк проектына ярашлы алып барылған.
Мәғариф өлкәһендәге иң мөһим ваҡиғалар иҫәбендә – 9-сы “Йәш профессионалдар” Милли чемпионатында ҡатнашыу, 12-се лицей нигеҙендә “Мәктәп кванториумы” һәм 1-се лицейҙа “IТ-куб” өҫтәмә белем биреү үҙәген асыу.
Ҡалала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына 19 меңдән ашыу бала йөрөй. “Мәғариф” милли проекты 1 йәштән 6 йәшкә тиклемге балаларға балалар баҡсаһында урын биреү кимәлен 2020 йылға ҡарағанда арттырырға мөмкинлек биргән – (алдағы осорҙа 84,9 процент булһа, үткән йылда - 90,3 процент). Өҫтәмә белем буйынса хеҙмәттәрҙе башҡа төрлө ойошмаларҙа алған балаларҙың һаны ла күп – 93,7 процент.
Мәғарифҡа ҡағылышлы милли проектта ҡатнашып, белем алыу шарттарын яҡшыртыу БДИ буйынса һөҙөмтәләрҙе көсәйтергә лә булышлыҡ иткән. 2020 йыл менән сағыштырғанда, 10 предмет буйынса БДИ буйынса уртаса балл артҡан. Имтиханда 100 балл йыйған уҡыусылар һаны ла артҡан. Уҙған йылда Стәрлетамаҡ был күрһәткестәр буйынса республикала өс иң яҡшылар иҫәбенә ингән. “Балаларҙың уңыштары педагогтарҙың оҫталығына туранан-тура бәйләнгән. Конкурстарҙа ҡатнашҡан уҡытыусылар һаны йылдан-йыл арта. Улар бөтә Рәсәй конкурстарында еңеүселәр иҫәбендә лә була. Уҙған йылда туғыҙ уҡытыусыбыҙ төрлө наградаларға лайыҡ булды”, - ти ҡала хакимиәте башлығы Р.Ғәзизов.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Мәғлүмәт: ҡала хакимиәте.
Фото: srgazeta.ru