Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Март 2022, 13:30

Дүртөйлө йүнселе тоҡомло мал үрсетмәксе

Абердин-ангус тоҡомло һыйырҙар XIX быуатта Шотландияла барлыҡҡа килгән.

Дүртөйлө йүнселе тоҡомло мал үрсетмәксе
Дүртөйлө йүнселе тоҡомло мал үрсетмәксе

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә район хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә урындағы йүнселдең проекты ҡаралды.

Ул абердин-ангус тоҡомло һыйыр малы үрсетергә ниәтләй. Ит  йүнәлешендәге был һыйырҙарҙы XIX быуатта Шотландияла, ҡырыҫ тәбиғәтле таулы райондарҙа Абердиншир графлығының ҡара туҡал һәм Ангус графлығының ҡуңыр һыйыр малын ҡушыу юлы менән сығарғандар.

“Донъяла таралыу буйынса абердин-ангус тоҡомо икенсе урынды биләй. Ул “мәрмәр” ите, юғары үрсемлелеге, нәҫел тотороҡлолоғо һәм тәғәйен урындағы шарттарға тиҙ яраҡлашыуы менән айырылып тора”, – ти эшҡыуар.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: oselhoze.ru

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/231655

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: