Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Март 2022, 15:15

Хоҡуҡ тураһында белем тупланылар

Балалар һайлау процесында хоҡуҡи мәҙәниәттең әһәмиәте хаҡында белде.

Хоҡуҡ тураһында белем тупланылар
Хоҡуҡ тураһында белем тупланылар

Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты нигеҙендә балалар модель китапханаһында Саҡмағош ауылындағы 1-се мәктәптең 7Б класы уҡыусылары ҡатнашлығында “Болотһоҙ бала саҡҡа хоҡуҡтарың” медиа-күҙәтеүе ойошторолдо.

Балалар һайлау хоҡуғы тарихына экскурсия яһаны, һайлауҙы үткәреү ҡағиҙәләре, нисә йәштән тауыш бирергә мөмкин булыуы, дәүләт өсөн һәр тауыштың мөһимлеге менән танышты. “Демократия” тип аталған йәмғиәтте өйрәнеү дәресе уҡыусыларҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда балалар һайлау процесында хоҡуҡи мәҙәниәттең әһәмиәте тураһында белде.

Артабан уҡыусылар “Һайлауға ла барыр инем, мине өйрәтһендәр!” уйынында ҡатнашты. Уйын барышында “Балаларға. Рәсәй Президенты мәктәп йәшендәге граждандарға” интернет-ресурсы тәҡдим ителде. Китапханасы шулай уҡ “Бөтәһе лә хоҡуҡ тураһында белергә хоҡуҡлы” тематик әҙәбиәт йыйылмаһы һәм хоҡуҡи мәғлүмәт үҙәгенең продукцияһы менән таныштырҙы. Сара аҙағында унда иң әүҙем ҡатнашыусыларға территориаль һайлау комиссияһы исеменән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/231741

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/231741

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: