Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Март 2022, 10:00

Педагогия университетында – Сөләймәнов көндәре

15-17 мартта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге күренекле башҡорт ғалимына арналған ҙур сара үткәрә. 

Педагогия университетында – Сөләймәнов көндәре
Педагогия университетында – Сөләймәнов көндәре

15-17 мартта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге күренекле башҡорт ғалимы, фольклорсы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Почетлы академигы, йәмәғәт эшмәкәре, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Ә.М. Сөләймәновҡа арналған “Сөләймән көндәре-2022” үткәрә.

Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов – күренекле ғалим һәм педагог, 400-ҙән ашыу мәҡәлә, шул иҫәптән дөйөм белем биреү мәктәптәре һәм юғары уҡыу йорттары өсөн монографиялар, дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары, “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығының тиҫтәләгән томдары авторы. Уның монографиялары башҡорт һәм Рәсәй фәненең алтын фондына ингән. Күп йылдар Ә.М. Сөләймәнов Башҡорт дәүләт университетында эшләй, 1991–2002 йылдарҙа – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге мөдире, 2002-2006 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) рәйесе, 2006-2016 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры була.

Программаға ярашлы, 15 мартта Ә.М. Сөләймәнов исемендәге кабинетта “Сөләймән көндәре-2022” асыла. Әхмәт Сөләймәновтың мәғарифҡа, мәҙәниәткә һәм фәнгә индергән өлөшө тураһында докладтар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, сәсәндәрҙең, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең сығыштары яңғыраясаҡ.

16 мартта – студенттар, магистранттар һәм аспиранттарҙың башҡорттарҙың традицион мәҙәниәте буйынса белгес-практиктар, шулай уҡ БР Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре – Ә.М. Сөләймәновтың уҡыусылары менән осрашыуы. Сарала Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Н.Б. Тулыбаева, М. Ғафури мемориаль йорт-музейы директоры Г.М. Бүләкова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе Г.В. Баймырҙина ҡатнашасаҡ.

17 март – “Сөләймәнов: Кеше. Ғалим. Педагог” тип аталған түңәрәк өҫтәл барышында студенттар, магистранттар, аспиранттар, уҡытыусыларҙың фольклор жанрҙары, Ә.М. Сөләймәновтың фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеге тураһында докладтар менән сығыштары. Шул уҡ көндә “Сөләймән көндәре-2022” бәйгеһен ябыу сараһы була.

Ошоноң ише саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған  “Фән” милли проектында (национальный проект “Наука”) билдәләнгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Фото: wiki2.org

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: