Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Март 2022, 09:00

Ҡыуаныслы хәл...

Ғинуарҙа 2 967 сабый донъяға килгән,   үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда  84 сабыйға, йәғни  2,9 процентҡа күберәк.

Ҡыуаныслы хәл...
Ҡыуаныслы хәл...

2022 йылдың тәүге айы һөҙөмтәһе буйынса  Башҡортостанда сабыйҙар тыуымы артыуы күҙәтелә. Ғинуарҙа 2 967 сабый донъяға килгән,   үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда  84 сабыйға, йәғни  2,9 процентҡа күберәк.

Был Волга буйы  төбәктәре араһында бишенсе һөҙөмтә, тәүге урында Мари Иле ( +7,3%), икенсе урында – Удмурт республикаһы (+6,8%). Артабан исемлекте Пенза өлкәһе һәм  Пермь крайы  дауам итә.  Беренсе урында булмаһаҡ та, тыуымдың артыуы ҡыуаныслы хәл. Ошо осорҙа 983 ғаиләлә тәүге сабыйҙары донъяға килгән (былтырғынан 1,7 процентҡа күберәк). Башҡортостан Дағстан, Чечен республикалары һәм Мәскәү ҡалаһы  менән бергә күп балалы ғаиләләр һаны буйынса илдең дүрт төбәге  эсенә инә.  Хәҙер республикала ярты миллиондан ашыу бала тәрбиәләүсе  ғаилә иҫәпләнә. Шуларҙың 50 меңе – күп балалы ғаилә. Ғинуарҙа өсөнсө һәм артабанғы булып тыуған балалар һаны 982 тәшкил итте, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 88 сабыйға күберәк.

 Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу “Демография” милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейеш.  Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: