Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Март 2022, 09:30

Автоклуб ҡырмыҫҡалыларҙы ҡыуандыра

19 мәҙәни сара үткәрелгән дә инде. Улар районда йәшәгән төрлө халыҡ телдәрендә үткәрелгән, 411 кеше килеп ҡараған.

Автоклуб ҡырмыҫҡалыларҙы ҡыуандыра
Автоклуб ҡырмыҫҡалыларҙы ҡыуандыра

Ҡырмыҫҡалы районында автоклуб эшләй. Был күп функциялы мәҙәни үҙәккә эйә булыуға "Мәҙәниәт" милли проектында (нацииональный проект "Культура") ҡатнашыу булышлыҡ иткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар Рәсәй Президенты В.В. Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгәйне.

Автоклуб - ул ярты сәғәт эсендә юғары технологиялы сәхнәгә әүерелә алған махсус машина. Унда мәҙәни саралар үткәрергә кәрәккән бөтә нәмә ла бар: тауыш һәм яҡтыртҡыс ҡорамалдары, хатта автономиялы электр ҡоролмаһы. Ул клуб булмаған алыҫ ауылдарҙа ла мәҙәни саралар үткәреү мөмкинлеге бирә.

Ҡырмыҫҡалыла йыл башынан алып ошонда 19 мәҙәни сара үткәрелгән дә инде. Улар районда йәшәгән төрлө халыҡ телдәрендә үткәрелгән, 411 кеше килеп ҡараған. Тамашасылар айырыуса "Әсәм теле - сәсән теле" һәм Зимние напевы" театрлаштырылған тамашаларын яратып ҡараған.  

– Стационар мәҙәни учреждениеһы булмаған ауылдар халҡы тамашалар менән килеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Тамашасылар өсөн иң мөһиме - уларҙың ниндәй рәүештә үтеүе түгел, ә ауылдың мәҙәни тормошон төрләндерә алыу. Концерттарҙан һуң күбеһе янға килеп, рәхмәт әйтә, тағы ла ҡасан килеребеҙ менән ҡыҙыҡһына. Был артабан эшләүҙең ни тиклем мөһим икәнен, күп функциялы мәҙәни үҙәктең әһәмиәтен раҫлай, - ти етәксе Дария Сираева.

Фото: gtrk.tv

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: