Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы, махсус программаға ярашлы, үҙебеҙҙең ҡорамалдарҙы лизингҡа һатып алыу өсөн хаҡты йылына 6 процентҡа һәм сит ил ҡорамалдары өсөн йылына 8 процентҡа арттырып түләү шартын ғәмәлдә ҡалдырҙы.
Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәк йүнселдәре ҡорамалды етештереүсенән үҙ предприятиеһына килтереү, бөтә документтарҙы тултырыу буйынса хеҙмәттән файҙалана ала. Бындай ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы күрһәтелә.
– Әле импортты алмаштырыуҙы ышаныслы үҫтереү, кәрәкле тауарҙар етештереүҙе һәм хеҙмәттәрҙе үҙләштереү, халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм иҡтисадтың тотороҡлоғон арттырыу өсөн бизнесҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү шарттарын мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыу мөһим. Быйыл беҙҙең Төбәк лизинг компанияһы эшҡыуарҙар менән тиҫтәләгән миллион һумға ҡорамалдар поставкалау буйынса һигеҙ килешеү төҙөнө, – тине Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Компания 13 айҙан 60 айға тиклем 2,5 – 50 миллион һумлыҡ лизинг ярҙамы күрһәтә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/436344/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/232034