Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Март 2022, 11:45

Урмансылар ҡышын да тынғы белмәй

Акция ойоштороу өсөн ҡайһы бер ер майҙандарын ҡыш та бүлергә тура килә...

Урмансылар ҡышын да тынғы белмәй
Урмансылар ҡышын да тынғы белмәй

“Еңеү аллеяһы”, “Хәтер баҡсаһы”, “Урманды һаҡлайыҡ” кеүек һәм башҡа акцияларҙа ҡатнашыу республикабыҙҙа яҡшы йолаға әүерелде. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мәҫәлән, быйыл Ғафури урмансылығында 42,5 гектарға яҡын урман фонды еренә ағас ултыртыу планлаштырыла. Ошо майҙандың 4,5 гектары “Хәтер баҡсаһы” акцияһына бүленгән.

Быйыл ҡыш йылы булды. Ҡарҙың йомшаҡ булыуы арҡаһында урманда йөрөү еңелдән түгел. Шуға күрә Ғафури урмансылығының тәжрибәле урман белгестәре Лилиә Свечникова менән Николай Алексеев иртә таңдан урман культуралары ултыртыу өсөн участка бүлергә юллана.

– Ағас ултыртыуға участкалар көҙ көнө үк билдәләнһә лә, акция ойоштороу өсөн ҡайһы бер ер майҙандарын ҡыш та бүлергә тура килә. Йәш үҫентеләр ерегеп китһен өсөн һыу баҫмаған ҡулай участкалар һайлана, – тиҙәр Ғафури урмансылығында.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урманды һаҡлайыҡ” федераль проектының маҡсаты 2024 йылға урмандың юҡҡа сығыу менән уны тулыландырыу араһындағы нисбәтте 100 процент күләмендә тәьмин итеү. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу йәһәтенән күп көс һәм ҙур тырышлыҡ һала.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/436792/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/231971

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: