Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы Нефтекама ҡалаһындағы торлаҡ төҙөлөшө биләмәһенең комплекслы үҫеше пилот проектын ғәмәлгә индерергә планлаштыра.
- Башҡортостан өсөн биләмәнең комплекслы үҫеше – яңы мөмкинлектәр ул. Проектты тормошҡа ашырыу кешеләрҙе авариялы һәм иҫке торлаҡтан күсереү, төҙөлөштө, ҡаланың транспорт инфраструктураһын яңыртыу, финанслауҙың бюджеттан тыш сығанаҡтарын йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк, - тип һөйләне республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан министрлыҡтарында һәм ведомстволарында эшләнмәләр буйынса килешеүҙәр алып барыла. Уны быйыл тормошҡа ашырыу планлаштырыла.
Артем Ковшовтың әйтеүенсә, биләмәләрҙең комплекслы үҫеше проектын тормошҡа ашырыуҙа урындағы үҙидара органдары ғына түгел, инвесторҙар һәм ер участкалары, күсемһеҙ милеккә хоҡуғы булғандар, шулай уҡ бында йәшәүселәр ҡатнаша. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тоормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Әйткәндәй, уйлап сығарыусылар фекеренсә, Нефтекамала авариялы тип танылған, дөйөм майҙаны 3746 квадрат метр тәшкил иткән биш күп фатирлы йорттағы йәшәгән 200 кеше икенсе урынға күсерелергә һәм торлаҡ һүтелергә тейеш. Ике ҡатлы йорттар урынына торлаҡ фонды яҡынса 80 мең квадрат метр майҙан тәшкил иткән, үҙ эсенә төҙөкләндереү элементтарын алған, бейек күп фатирлы йорттар төҙөү планлаштырыла. Был биләмәлә шулай уҡ 160 урынлыҡ балалар баҡсаһын сафҡа индермәкселәр.
Бынан тыш, Башҡортостанда Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Туймазы һәм Шишмә райондарында 11 биләмә комплекслы үҫеш биләмәһе булараҡ тәғәйенләнгән.
Фото: building.bashkortostan.ru