Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Март 2022, 14:15

Этнография залына сәйәхәт ҡылдылар

Махсус ойошторолған төркөмдәр ҡалалағы милләттәрҙең мәҙәниәте тураһында мәғлүмәт тупланы.

Этнография залына сәйәхәт ҡылдылар
Этнография залына сәйәхәт ҡылдылар

Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Ижади кешеләр” федераль проекты нигеҙендә үҙәк китапхана ҡарамағындағы Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Этнография залы асылды.

Ағиҙел ҡалаһында төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһы туған телен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белә һәм ихтирам итә. Төрлө телдә һөйләшеп, инаныуҙары, йолалары бер-береһенән айырылһа ла, был кешеләрҙең барыһын да бер тойғо – Рәсәйгә һөйөү берләштерә.

Этнография залын асыу тантанаһына саҡырылған ҡунаҡтар үҙенсәлекле сәйәхәт ҡылды. Улар Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән халыҡтар, уларҙың тормошо, йәшәйеше тураһында хәбәрҙар булды.

Әйткәндәй, күргәҙмәне асыуға әҙерләнгәндә, махсус ойошторолған төркөмдәр ҡалалағы милләттәрҙең мәҙәниәте тураһында мәғлүмәт йыйған. Байрамда “Ассоль” вокаль ансамбле башҡарыуында йырҙар яңғыраны. Лилиә Ғабдуллина һабындан сәскә яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сара тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы буйлап экскурсия менән тамамланды.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/232822

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/232822

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: