Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Март 2022, 10:30

“ОЗНА” компанияһы заман менән бергә атлай

Һуңғы йылдарҙа компанияла техник йыһазландырыу тиҙлеге яңы кимәлгә күтәрелде.

“ОЗНА” компанияһы заман менән бергә атлай
“ОЗНА” компанияһы заман менән бергә атлай

Ошо көндәрҙә Октябрьский ҡалаһында урынлашҡан “ОЗНА-Үлсәү системалары” предприятиеһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”)  сиктәрендә, әҙерләү производствоһында робот техникаһы комплексына тест һынауы үткәрә башланылар.

Һуңғы йылдарҙа “ОЗНА” компанияһында техник йыһазландырыу тиҙлеге яңы кимәлгә күтәрелде. Предприятиела продукция етештереүҙең сифатын һәм тиҙлеген яҡшыртыу буйынса бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелгән етештереү технологияһын роботлаштырыуға мөһим иғтибар бүленә.

Плазмалы ҡырҡҡыслы һәм ике төрлө маркировкалы робот техникаһы комплексы ҙур һәм бәләкәй диаметрлы торбаларҙы, шулай уҡ  торбаларҙың төптәрен эшкәртеү зоналарынан тора. Атап әйткәндә, бер-нисә технология процесын берҙәм комплексҡа берләштергән яңы производство инфраструктураһы барлыҡҡа килә. Был майҙан берәмегенә башҡарылған операциялар һанын арттыра һәм транспортировкалау йәһәтенән артыҡ мәшәҡәттәрҙе кәметә.

Технологик процесҡа роботтарҙы йәлеп итеү тиҙлектең үҫешенә килтергән. Быға тиклем үлсәү ҡулайламаларының сепарация һауыттары өсөн йыйылмаларҙы эшләү ваҡыты 53,5 минут тәшкил итһә, роботтар хеҙмәтен файҙаланыу ваҡытты 15 минутҡа тиклем кәметәсәк, тип күҙаллана.

Етештереү процесын роботлаштырыу персонал компетенцияһын да башҡа кимәлгә күтәрә: комплексты ике оператор һәм бер программалаусы хеҙмәтләндерәсәк. Әлеге ваҡытта яңы белем үҙләштереү бара, токарҙар оператор эшенә төшөнә, технолог-программалаусы 3D модель портфелен  һәм программалар пакетын әҙерләүҙә ҡатнаша. Бер сменала робот техникаһы комплексы ике үлсәү ҡулайламалары өсөн йыйылма тупланмалары етештерәсәк.

“ОЗНА-Үлсәү системалары” йәмғиәтенең әҙерләү производствоһындағы технологик үҙгәрештәр предприятиела хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрәсәк һәм үлсәү ҡулайламаһының үҙҡиммәтен кәметәсәк. Производствоны автоматлаштырыуҙа сифат алғы урынға ҡуйыла – иң юғары квалификациялы белгес тә операцияны робот кеүек сифатлы итеп башҡара алмай.

– “ОЗНА” компанияһының яңы стратегияһы – заказсыларыбыҙ ҡуйған ҡатмарлы мәсьәләләрҙе бик тиҙ, юғалтыуһыҙ, сифатлы итеп хәл итеү һәләте ул. Һорауға лайыҡлы яуап биреү өсөн компания үҫеш проекттарын тормошҡа ашыра, – ти “ОЗНА” холдинг компанияһының директорҙар советы рәйесе Марат Фәттәхов.

Марат Фәнил улы уларҙың бер нисәүһен һанап китте: эске һәм тышҡы һанлаштырыу, ҡул эшен автоматлаштырыу, фәнни-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструктор эштәренә яңы ҡараш, һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү маҡсатында алдынғы юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек һәм башҡалар.

Етештереү процесын һанлаштырыу һәм яңы IT-инфраструктура булдырыу – бөгөнгө көн талабы. “ОЗНА” компанияһы заман менән бергә атлай. Яңы робот техникаһы комплексын ҡулланыуҙан алған теүәл иҡтисади файҙаны баһаламайынса күпте әйтеп булмай, шулай ҙа предприятиела етештереү эҙмә-эҙлекле рәүештә автоматлаштырылған, һанлаштырылған, заманса була барыуы хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин.

- Робот техникаһы комплексы - предприятиебыҙҙы модернизациялау юлындағы бер аҙым ғына. Шик юҡ, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшербеҙ, - тигән ышанысын белдерҙе Марат Фәттәхов.

Фото: предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: