Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Март 2022, 11:30

Яңы кафе тәүлек әйләнәһенә эшләй

Шәүермә, бургер, фри картуфы ашағың килһә...

Яңы кафе тәүлек әйләнәһенә эшләй
Яңы кафе тәүлек әйләнәһенә эшләй

Ауырғазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Талбазы ауылында “Гриль атай” урам кафеһы асылды. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырылды.

Яңы кафе тәүлек әйләнәһенә эшләй. Теләгән кеше унда төрлө эслек тултырылған шәүермә, бургер, фри картуфы, балалар һәм өлкәндәр өсөн ҡатнаш йыйылмалар, эсемлектәр һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, компанияла продукция сифатына ике кимәлле контроль булдырылған. Ризыҡты әҙерләгәндә үҙебеҙҙә етештерелгән тәбиғи продукттарҙы ғына файҙаланалар.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/232776

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/232776

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: