Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Март 2022, 09:30

Башҡортостан эшкәртелгән ағас экспортын арттыра

Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға, Ҡырғыҙстанға һәм Азербайжанға биш мең кубометр бысылған ағас материалдары оҙатылды.  

Башҡортостан эшкәртелгән ағас экспортын арттыра
Башҡортостан эшкәртелгән ағас экспортын арттыра

Марттың тәүге көндәрендә элекке Советтар Союзына ҡараған республикаларға – Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға, Ҡырғыҙстанға һәм Азербайжанға биш мең кубометр бысылған ағас материалдары экспортҡа ебәрелде.  

Республиканың урман сәнәғәте комплексының ылыҫлы тоҡомло ағастан әҙерләнгән, ҡыры киҫелгән һәм ҡыр сығынтыһы таҡтаға, бурсаға тура килгән, шулай уҡ ҙур булмаған күләмдә япраҡлы тоҡомло ағастан әҙерләнгән тауарға һорау бар.

Тауарҙың барлыҡ 140 партияһы Рәсәй Ауыл хужалығы күҙәтеүенең Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан тикшерелде, ә ағас өлгөләре карантинға ҡараған ҡоротҡостар барлығын тикшереү өсөн “Үҙәк ғилми-методик ветеринар лаборатория” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан филиалы лабораторияһына ебәрелде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағастан етештерелгән тауарҙарҙы экспортҡа сығарыу Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның буйынса сеймалға ҡарамаған энергетик булмаған тауарҙарҙы һатыу 2024 йылға 250 миллиард долларға етергә тейеш.

Автор фотоһы.  

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: