Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Март 2022, 20:00

Экоһуҡмаҡ төҙөлә башлай

Ул үҫемлектәр, хайуандар донъяһын, уникаль тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

Экоһуҡмаҡ төҙөлә башлай
Экоһуҡмаҡ төҙөлә башлай

“Торатау” геопаркы үҙенсәлекле геологик объекттарға бай. Улар фәнни, тарихи, тәбиғи ҡиммәткә эйә һәм бөтә донъянан туристарҙы йәлеп итә. 2021 йылда “Торатау” ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүгә 16 кандидат исемлегенә керҙе, ә быйыл февралдә геопаркта ЮНЕСКО эксперттары Джон Галлоуэй (Ирландия) һәм Хосе Мария Баррера (Испания) ҡатнашлығында баһалау уҙҙы.

Уҙған йылдың ноябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Валериан Альбанов исемендәге Полярсылар музейында республиканың геопарктары буйынса Попечителдәр советының икенсе ултырышын үткәрҙе. Уның йомғаҡтарына ярашлы, “Торатау” шиханына экоһуҡмаҡтың баҫҡыстарын тәртипкә килтереү өсөн республика бюджетынан Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы 80 миллион һум субсидия бүленде.

– Быйыл Торатау түбәһенә менеү өсөн 5,65 километрлыҡ уңайлы һәм хәүефһеҙ махсус экоһуҡмаҡ, шулай уҡ баҫҡыс йыһазландыра башлау күҙаллана. Ғилми берләшмә быны бик мөһим, файҙалы эш тип иҫәпләй, сөнки һуҡмаҡ беҙгә үҫемлектәр, хайуандар донъяһын, уникаль тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк, – тине республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.

Экоһуҡмаҡ – йыһазландырылған күтәрелеш кенә түгел, ә геопаркта ҡунаҡтар өсөн алып барылған эштең бер өлөшө лә. Шихан тирәләй туристик навигация системаһы ҡаралған, әленән Торатау менән Туғарһалған күленең биологияһы, геологияһы, тарихы тураһында өс телле мәғлүмәт стендтары ҡуйылған, визит-үҙәк эшләй, унда төрлө файҙалы белешмә алырға мөмкин. Шулай уҡ ҡунаҡтарға уңайлы булһын өсөн баҫҡыстар ял зоналары, мәғлүмәт стендтары менән тәьмин ителәсәк.

Экоһуҡмаҡ этаптар буйынса төҙөләсәк: беренсе һәм икенсеһе – көнсығыш битләүендәге экоһуҡмаҡ-баҫҡысты, Торатау шиханының төньяҡ битләүендәге йәйге-спорт һуҡмағын төҙөкләндереү, өсөнсө-дүртенсеһе – тау итәгендә һыбай йөрөү, шулай уҡ йәйәүлеләр өсөн ҡулса һуҡмағын төҙөкләндереү. Беренсе-икенсе этап буйынса проект документтары дәүләт экспертизаһын үтте. Төҙөлөштөң тәүге этабын 2022 йылдың көҙөндә һәм ҡышында тамамлау күҙаллана.

“Торатау” геопаркы белешмәһендә эштәр барышы, экобаҫҡыс төҙөлөшөнөң төп этаптары хаҡында күберәк мәғлүмәт бирелгән.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты Владимир Путиндың указы менән раҫланды. Был экоһуҡмаҡты төҙөү ошо милли проекттың һәм "Экология" милли проектының (национальный проект "Экология") маҡсаттарына тура килә.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: