Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Март 2022, 13:40

Эшҡыуарҙар һәм бизнес-шерифтар араһында бәйләнеш булыуы мөһим

Башҡортостандың Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡала һәм район бизнес-шерифтарының эшенә юғары баһа бирҙе.

Эшҡыуарҙар һәм бизнес-шерифтар араһында бәйләнеш булыуы мөһим
Эшҡыуарҙар һәм бизнес-шерифтар араһында бәйләнеш булыуы мөһим

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

Башҡортостандың Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Флүр Әсәҙуллин Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты тарафынан ойошторолған муниципалитеттарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Бизнес-омбудсмен урындарҙа эшҡыуарҙар һәм бизнес-шерифтар араһындағы тығыҙ бәйләнеште ойоштороу мәсьәләһе буйынса сығыш яһаны.

- Ҙур ышаныс менән әйтергә мөмкин, район һәм ҡала хакимиәттәрендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙамдың тулы комплекслы системаһы булдырылған, - тип билдәләне Флүр Әсәҙуллин. - Шуға ҡарамаҫтан, һорауҙар ҙа юҡ түгел, ҡала һәм райондарҙа мәғлүмәт-консультациялар ярҙамы яҡшы ойошторолған, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар даими үткәрелә. Бизнес-шерифтар социаль селтәрҙәрҙә һәм киң популярлыҡ яулаған мессенджерҙар аша бизнес вәкилдәренә бар яҡлап ярҙам күрһәтеү, аңлатыу буйынса әүҙем эш алып бара.

Тулы хоҡуҡлы вәкил бизнес-шерифтарҙың эшен юғары баһаланы. Ул әйтеүенсә, күпселек осраҡта эшҡыуарҙарҙың килеп сыҡҡан проблемалары ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ыңғай хәл ителә. 2021 йылда  Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилгә ер бүлемен ҡуртымға алыу килешеүен оҙайтыу, ҡуртымға алынған килешеүҙәрҙе өҙөү, муниципаль контракттағы шарттарҙы боҙоу, биналарҙы һыу һәм йылытыу системаларына тоташтырыу буйынса ялыуҙар күп килгән. Бигерәк тә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Благовещен, Нефтекама, Мәләүез, Сибай ҡалаларынан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Дүртөйлө һәм Иглин райондарынан мөрәжәғәттәр күп теркәлгән.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар бизнес-шерифтарҙың эшмәкәрлегенә баһа биреү мәсьәләһен дә ҡараны. Шулай уҡ тулы хоҡуҡлы вәкил үткән йылдың декабрь айында һорау алынған һөҙөмтәләр менән таныштырҙы. Килтерелгән һөҙөмтәләргә ярашлы, эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса яҡшы шарттар тыуҙырғандары өсөн урындағы үҙидара органдарының эшенә ыңғай баһа бирелде. Эшҡыуарҙарҙың күбеһе муниципалитеттарҙа улар өсөн уңайлы, асыҡ һәм һөйләшергә һәр саҡ әҙер булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Кәңәшмә аҙағында Флүр Әсәҙуллин йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған һәм улар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән хакимиәт вәкилдәренә рәхмәт белдерҙе.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: