Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Март 2022, 11:30

Иғтибар үҙәгендә – коммуналь ҡалдыҡтар һәм полигондар

Өфө ҡалаһында йыйылған ҡалдыҡтарҙың бер өлөшө генә эшкәртелә, ә ҡалғаны...

Иғтибар үҙәгендә – коммуналь ҡалдыҡтар һәм полигондар
Иғтибар үҙәгендә – коммуналь ҡалдыҡтар һәм полигондар

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров менән Яңы Черкассы ауылы эргәһендәге полигон биләмәһендә урынлашҡан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге бер нисә инфраструктура объектында булды. Сәфәр барышында улар Өфө районында ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнгән яңы объекттар төҙөү мәсьәләһе буйынса фекер алышты, сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонының эше менән танышты.

– Өфө ҡалаһында йыйылған ҡалдыҡтарҙың бер өлөшө генә эшкәртелә, ә ҡалғаны ергә күмелә, был иһә полигонды файҙаланыу ваҡытын кәметә. Шуға күрә “Рәсәй экология операторы” асыҡ хоҡуҡи компанияһы менән берлектә ҙур эшкәртеү объекты төҙөү юлы менән полигонды яңыртырға ҡарар иттек, – тине Урал Искәндәров. – Был ҡарар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) бурыстарына һәм күрһәткестәренә өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк.

Мәғлүм булыуынса, проекттар концессия килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырылһа, объекттарҙың “Рәсәй экология операторы” асыҡ хоҡуҡи компанияһының йәшел облигацияларын урынлаштырыуҙан алынған аҡса иҫәбенә финансланыуы мөмкин.

Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, әле Өфө ҡалаһы һәм уның янындағы муниципаль берәмектәр ихтыяжы өсөн ошондай объекттар асыу ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү объекттарын төҙөү республикала “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проекты күрһәткестәренә өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/437432/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: