

Төбәк һәм “УМНИК” программаһы буйынса милли технологик башланғыстарға ярашлы үткәрелгән конкурстарҙың һөҙөмтәләре иғлан ителде.
Рәсәй студенттарының һәм йәш ғалимдарҙың 800-ҙән ашыу проекты Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан 500 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ. «УМНИК» конкурсы 18-30 йәш арауығындағы йәш ғалимдарҙың инновация проекттарын яҡлау өсөн майҙансыҡҡа әүерелде.
- Евразия белем биреү үҙәгенең 16 йәш тикшеренеүсеһе федераль грант аласаҡ. Программаның маҡсаты – инновация эшмәкәрлегендә һөҙөмтәләргә ынтылған йәш ғалимдарға ярҙам итеү. «УМНИК» йәштәрҙе дәртләндерә һәм алдынғы фәнни-техник проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға һәм ошо ғилми асыштарҙың һөҙөмтәләрен коммерциялаштырырға ярҙам итә, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов.
Өфө дәүләт авиация техник университеты – ярҙамсы проекттар һаны буйынса лидер. «УМНИК» был вуздың йәш ғалимдарының ете проектына ярҙам итәсәк. Владислав Еременко, Кирилл Иванов, Диана Королева, Александр Рыжкин, Дмитрий Тараканов, Дмитрий Кудашов һәм Илдус Сәйәховтың асыштары авиация тармағын камиллаштырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Йәштәрҙең ғилми-техник проекттары пилотһыҙ осоу аппараттары, ҡояш электр станцияларын үҫтереү һәм заманса һанлы системалар уйлап табыу менән бәйле.
Өфө дәүләт нефть техник университетынан дүрт тикшеренеүсе – Захар Бешерян, Тимур Бобух, Денис Ғилметдинов һәм Руслан Шакиров нефть-газ химияһы тармағында производстволарҙы камиллаштырыуға һәм яңыртыуға булышлыҡ итәсәк эштәр өсөн гранттар аласаҡ. Йәштәрҙең проекттары ватан инженерлыҡ ҡеүәтен үҫтереү өсөн уникаль мөмкинлек бирәсәк.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең йәш ғалимдары Яков Минеев һәм Гөлсөм Усманова экологик биотехнологияларҙы үҫтерәсәк һәм тирә-яҡ мөхитте ауыр металдар менән бысратыу проблемаһын хәл итәсәк.
Башҡорт дәүләт университетының тикшеренеүсе ҡыҙҙары Айгүзәл Булатова һәм Юлиә Терес дарыуҙар сифатын контролдә тотоу өсөн аналитик микрофлюид системаларының яңы һанлы аналогтарын һәм сенсор системаларын әҙерләй.
Башҡорт дәүләт аграр университетының йәш ғалимы Илнур Мифтахов үҫемлек ауырыуҙарын тиҙ арала диагностикалау өсөн сервис булдырыуға грант аласаҡ.
Был башланғыстар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә һәм Рәсәй фәнен үҫтереүгә, был тармаҡҡа йәштәрҙе йәлеп итеүгә тос өлөш индерә.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Фото: education.bashkortostan.ru
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан