Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Март 2022, 10:30

Яңы клубты халыҡ 30 йыл көтә

Йыл аҙағына үҙәк халыҡты ҡабул итә башларға тейеш.

Яңы клубты халыҡ 30 йыл көтә
Яңы клубты халыҡ 30 йыл көтә

Иглин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Оло Тәләк ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө йылдам бара. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы тормошҡа ашырыла. Төҙөлөш былтыр апрелдә башланды, йыл аҙағына үҙәк халыҡты ҡабул итә башларға тейеш.

Ауыл старостаһы Хәлит Хәтипов әйтеүенсә, халыҡ яңы клуб хаҡында 30 йылдан ашыу хыяллана. Иҫкеһе 1948 йылда уҡ һалынған. Яңы объекттың дөйөм майҙаны өс мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Проект буйынса, бинала 300 урынлыҡ тамаша залы, кафетерий, компьютер студияһы, балалар өсөн уйын бүлмәһе, тренажер залы, тауыш яҙҙырыу студияһы, модель китапхана, балалар сәнғәт мәктәбе һәм башҡалар буласаҡ.

Үҙәк биләмәһе лә төҙөкләндерелә. Балалар майҙансығы йыһазландырыла, ике автотуҡталҡа асыла. Мәҙәни үҙәктә һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла: пандустар ҡуйыла, дөйөм файҙаланыуҙағы бүлмәләрҙә махсус урындар булдырыла, лифт эшләй.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/233152

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: