Яңы мәғариф усағы үҙ эшмәкәрлеген “Юғары ос!” республика белем биреү проектына ярашлы ойошторасаҡ.
Мәктәп төҙөлөшө 2019 йылдың яҙында башланған. Дәүләт заказсыһы - Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы. Генераль төҙөүсе – “КапиталСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Милли проект сиктәрендә федераль бюджеттан 370 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, төҙөлөштөң дөйөм хаҡы 531, 9 миллион һум тәшкил иткән.
Уҡыу кабинеттары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, спорт һәм тамаша залдары, музей һәм китапхана бар. Иркен тамаша залы 500 урынға иҫәпләнгән.
Һәр класс проектор, заманса шкафтар, бейеклекте һәм ауышлыҡты көйләүсе парталар, ябай һәм интерактив таҡта менән йыһазландырылған, ултырғыстарҙың бейеклеге лә көйләнә. Һәр кабинеттың йыһаздары айырым төҫтәрҙә эшләнгән.
“Уҡытыусылар коллективы ойошторолған тиерлек. Уҡытыу барышында инженер-техник һәм тәбиғи-фәнни йүнәлештәргә баҫым яһаласаҡ. Киләһе уҡыу йылында педагогик составты һәм уҡыусылар һанын арттырыу планлаштырыла”, - ти мәктәп директоры Роман Ғәниев.
Ашхана аш-һыу әҙерләүҙең тулы циклына иҫәпләнгән. Медицина блогында табип кабинеты, прививка яһау, процедура кабинеттары һәм стоматолог кабинеты бар.
Иркен холдарҙа күн дивандар ҡуйылған. Дәрестәр араһындағы тәнәфес ваҡытында уҡыусылар демонстрация экрандарында танып белеү һәм көнүҙәк, ҡыҙыҡлы видеороликтар ҡарай аласаҡ.
Был – Нефтекамалағы иң ҙур мәктәп, ул уҡыу процесын һәм уҡыусыларҙың ялын ойоштороу йәһәтенән бөтә заманса талаптарға яуап бирә. Объект ҡаланың йылдам үҫешкән биҫтәһендә урынлашҡан, унда күп балалы йәш ғаиләләр йәшәй. Яңы мәғариф учреждениеһы ҡаланың яҡындағы белем усаҡтарына, атап әйткәндә, 10-сы һәм 12-се мәктәптәренә төшкән көсөргәнеште кәметергә һәм икенсе сменанан баш тартырға мөмкинлек бирәсәк.
Мәктәптә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уңайлы мөхит булдырыуға ла айырым иғтибар бүленә. Улар өсөн лифт йыһазландырылған, ярҙам саҡырыу төймәһе менән йыһазландырылған махсус бәҙрәф булдырылған.
Мәктәп биләмәһендә уйындар өсөн ете майҙансыҡ, йүгереү юлдары, баскетбол, волейбол һәм гимнастика өсөн заманса хәүефһеҙ япмалы майҙансыҡтар эшләнгән.
Яңы белем усағы 1225 урынға иҫәпләнгән. Дөйөм майҙаны 18 мең квадрат метр тәшкил иткән дүрт ҡатлы мәктәп “Мәғариф” милли проекты (национальный проект "Образование") һәм республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы төҙөлдө.
Республика биләмәһендә яңынан-яңы белем усаҡтары төҙөлөүе, балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырылыуы ҡала һәм ауылдарҙы үҫтереүгә, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыуға, шуның менән бергә демография мәсьәләләрен ыңғай хәл итеүгә лә булышлыҡ итә. Былар барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған милли проекттарҙа билдәләнгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: “Башинформ” агентлығы.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан