Сибай ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шәхси эшҡыуар Миләүшә Аманова һарыҡ үрсетеү ниәте менән йүнселлек эшмәкәрлеген 2009 йылда уҡ теркәй. Һарыҡсылыҡ төбәктәге малсылыҡ тармағында йүнәлештәренең күп төрлөлөгө йәһәтенән айырылып торалыр, моғайын. Һарыҡ йөн, ланолин, тире, ит, эс майы менән тәьмин итә.
Миләүшә Рәсүл ҡыҙының фермаһында дүрт кеше эшләй. Мал һаны йылдан-йыл арта. 2020 йылда эшмәкәрлектең башында һарыҡтар һаны 37 булһа, әле иһә 60-тан ашыу. Ҡорбан байрамы осоронда хужалыҡтан һарыҡты күпләп һатып алалар.
Әлбиттә, башҡа йүнселдәрҙеке кеүек үк, Миләүшә Аманованың да көндәлек эшмәкәрлекгендә проблемалары юҡ түгел, әммә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы Сибай ҡалаһы хакимиәтенең ярҙамы менән байтаҡ көнүҙәк мәсьәләләр йылдам хәл ителә. Бөгөн фермер хужалығы уңышлы үҫә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/233928
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/233928