Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Март 2022, 08:30

Ит ризыҡтарына ихтыяж ҙур

Октябрьский йүнселе етештергән ризыҡтарҙы тәмләп ҡарағанығыҙ бармы?

Ит ризыҡтарына ихтыяж ҙур
Ит ризыҡтарына ихтыяж ҙур

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, Октябрьский бизнес-шерифы Сергей Литов шәхси эшҡыуар Татьяна Мирошниченконың ит ярымфабрикаттары етештереү цехында булды.

– Предприятие 17 йыл элек асылды. Эште әсәйем Наталья Васильевна башлағайны, – ти Татьяна. – Етештереүҙе тулы циклда алып барабыҙ, үҙебеҙҙәге, нигеҙҙә Башҡортостандағы сеймалды ғына ҡулланабыҙ. Продукция урындағы “Әфлисун-СИТИ” магазиндар селтәре аша һатыла.

Татьяна Николаевна әйтеүенсә, ризыҡтарға ихтыяж ҙур, йыш ҡына заказ етештереү ҡеүәтенән артып китә, айырыуса йәй һәм Яңы йыл байрамы осоронда. Әле бында ете кешенән торған татыу коллектив эшләй.

Эшҡыуар менән аралашҡанда бизнес-шериф производствоны киңәйтеү, “Башҡортостан продукты” брендын файҙаланып, тауар ассортиментын арттырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Ул шулай уҡ йүнселдәргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы тураһында ла һөйләне.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/233755

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: