Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Стәрлетамаҡта ядро медицина үҙәге асыла

Бында һәр кем медицина страховкаһы буйынса  ПЭТ/КТ позитрон-эмиссион томографында халыҡ-ара сифат стандарттарына ярашлы бушлай тикшереү үтә аласаҡ.

Стәрлетамаҡта ядро медицина үҙәге асыла
Стәрлетамаҡта ядро медицина үҙәге асыла

Быйыл март айында “МедИнвестГрупп” компанияларының “ПЭТ-Технолоджи” ядро медицина үҙәгендә ремонт эштәре һәм заманса ҡорамалдар урынлаштырыу тамамлана. Үҙәкте булдырыуға 240 миллион һум аҡса инвестицияланған. Эш Башҡортостан Хөкүмәте  менән килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

– Быйыл йәйҙә үҙәк тәүге пациенттарын ҡабул итә башлаясаҡ. Бында һәр кем медицина страховкаһы буйынса  ПЭТ/КТ позитрон-эмиссион томографында халыҡ-ара сифат стандарттарына ярашлы бушлай тикшереү үтә аласаҡ. Ул онкологик ауырыуҙарға берҙәм  медицина ярҙамы күрһәтеүҙең мөһим звеноһы буласаҡ, – тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Ядро медицина үҙәге Стәрлетамаҡтың иң ҙур  1-се дауаханаһы эргәһендә урынлашҡан.  Инвестор тарафынан ремонт эшләнгән, бүлмәләр йыһазландырылған. Бында 18 медицина хеҙмәткәре эшләйәсәк.

- Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм република Хөкүмәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә эш яйлы барҙы. Беҙҙең эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе булып кешеләр өсөн сифатлы  медицина ярҙамын үҫтереү тора, – тип билдәләне “МедИнвестГрупп” компаниялары Президенты Сергей Нотов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 




Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в