Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Март 2022, 10:30

“Беҙҙең урамда ла байрам!”

Яңы пункт Мутайылға, Йәнкиҫәк, Сат ауылдарында йәшәгән 370 кешене хеҙмәтләндерәсәк.

“Беҙҙең урамда ла байрам!”
“Беҙҙең урамда ла байрам!”

Асҡын районының Мутайылға ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Уны төҙөүгә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") “Рәсәй Федерацияһында һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” проекты булышлыҡ иткән.

Медицина пунктының асылыуы бөтә ауыл халҡы өсөн оло байрам булды. Көн дә фельдшерға ярҙам һорап утыҙға яҡын кеше килә. Пункт Мутайылға, Йәнкиҫәк, Сат ауылдарында йәшәгән 370 гражданды хеҙмәтләндерәсәк. Бында 38 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға биргән фельдшер Фәүиә Хәйруллина эшләй.

"Ошо конструкция варианты беҙгә яҡшы таныш, ныҡлы тикшерелгән, уның ҡышты нисек үткәреүен беләбеҙ. Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ, медицина ярҙамынан һәр кем файҙаланырлыҡ булырға тейеш", - тип билдәләне район хакимиәте башлығы Динис Йосопов. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты бөтә заманса талаптарына яуап бирә, тейешле ҡорамалдар менән тулыһынса йыһазландырылған.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлеү осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау, дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй ауылдарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: