Күп кенә сирҙәрҙең, шул иҫәптән үпкә яман шеше, туберкулездың оҙаҡ ваҡыт һиҙҙермәй, йәшертен үтеүе билдәле. Йыш ҡына йүткереү, тын ҡыҫылыу, температура күтәрелеүе, ябығыу, дөйөм хәлһеҙлек сир аҙғас ҡына барлыҡҡа килә.
Бары флюорография тикшеренеүе генә сирҙе иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә. Тәүге медицина-санитар ярҙамы сифатын күтәреү маҡсатында Өфө районында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, модулле флюорография ҡорамалы эш башланы. 21-се ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре Өфөнән ситкә лә барып, халыҡ сәләмәтлеген тикшерә, йөрәк һәм үпкә сирҙәрен асыҡлай ала. Мәҫәлән, 2 мартта белгестәр мобиль флюорография ҡорамалында Нижегородка ауылы халҡын ҡабул итте. Иллегә яҡын кеше тикшереү үтте. Халыҡ дауаханаға барып күп ваҡытын юғалтыуҙан ҡотолдо. Күсмә флюорографтар тап ҡаланан ситтә йәшәгән кешеләрҙең сәләмәтлеген тикшереүгә йүнәлтелгән дә инде. 21-се дауахана хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы һөҙөмтәһендә учреждениеға теркәлгән кешеләрҙең 100 проценты тейешле тикшереүҙе үтә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау, дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.