Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Март 2022, 12:30

"Сәсмәй ҡалмаясаҡбыҙ!" - ти Сибай фермеры

- Санкцияларға бәйле проблемалар булыуы мөмкин. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирешмәй, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнәбеҙ, - ти Азамат Мәхмүтов.

"Сәсмәй ҡалмаясаҡбыҙ!" - ти Сибай фермеры
"Сәсмәй ҡалмаясаҡбыҙ!" - ти Сибай фермеры

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының "Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты нигеҙендә фермерҙарға, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәренә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә.

Ауыл хужалығы бизнес өсөн иң отошло йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Аҙыҡ-түлеккә ихтыяж бер ҡасан да бөтмәйәсәк, тимәк, фермерҙар эшһеҙ ҡалмаясаҡ.
 
Сибай ҡалаһында 2007 йылдан алып ауыл хужалығы предприятиеһы - "Степная" агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры - Азамат Мәхмүтов) эшләй. Иген культураларынан бойҙай, арпа, етен үҫтереү эшмәкәрлектең төп йүнәлеше булып тора. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы, "Степная" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә Төйәләҫ ҡасабаһындағы Мәктәп урамында бина бирелә. Предприятиела дүрт эш урыны булдырыла, шулай уҡ 12 кеше миҙгел эштәре ваҡытында килешеү буйынса хеҙмәт күрһәтә. Киләсәктә даими эш урындарын арттырыу күҙаллана. Фермерҙың бер нисә берәмек техникаһы бар. Мәҫәлән, тиҙҙән баҫыуға "Buhler" тракторы, "VERSATILE" сәсеү комплексы һ.б. кәрәкле техника сығасаҡ. Бөтәһе 1250 гектар майҙанда иген культуралары сәсеү ҡаралған. Киләсәктә малсылыҡ йүнәлешендә лә инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла. Предприятие герефорд тоҡомло һыйыр малы, мал аҙығы таратыу, тейәү техникалары һатып алған.  
 
"Ауырлыҡтарға ҡарамай, сәсеүҙе ваҡытында атҡарып сығырға ниәт. Игенсе өсөн һәр йыл һынау ҡуя, бер нисә йыл ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә уңыштың күбеһе юҡҡа сыҡты. Санкцияларға бәйле проблемалар барлыҡҡа килеүе мөмкин, "Bourgault" сәсеү комплексы Канадала сыҡҡан, запас частар менән ҡытыршылыҡтар булыуы ихтимал. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирешмәй, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнәбеҙ, техникалар ремонтланған, техник тикшеренеү үтәсәк", - ти фермер Азамат Мәхмүтов.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: propozitsiya.com

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: