Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Производительность труда и поддержка занятости”) йомғаҡтары буйынса, 2021 йылда Башҡортостан айырым маҡсатлы төп күрһәткестәргә өлгәшеп кенә ҡалманы, уларҙы арттырып үтәне.
Әле республикала бөтә күрһәткестәр буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу планы ла тулыһынса тәьмин ителгән.
– Бизнес вәкилдәре милли проектҡа әүҙем ҡушыла. Был йәһәттән план күрһәткесендә 40 процентҡа үҫеш билдәләнә. Милли проектта ҡатнашҡан предприятиелар Республика үҙәге эксперттарынан етештереүгә алдынғы алымдарҙы ғәмәлгә индереү һәм һаҡсыл етештереү технологияларын ҡулланыу буйынса квалификациялы ярҙам ала, – тине республика иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Былтырғы һөҙөмтәләргә ҡарағанда, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн идара итеү оҫталығы программаһы буйынса етәкселәрҙең белемен камиллаштырыу күрһәткесендә 32 процентҡа, быйылға планда ла 15 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Шулай уҡ оҫталыҡ туплаған хеҙмәткәрҙәр һәм төбәк командалары вәкилдәре һаны – пландағынан икеләтә юғарыраҡ.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/234311