Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Март 2022, 13:00

Йылайыр районында яңы ФАП асылды

Сәләхтәге яңы медицина учреждениеһы өс ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Йылайыр районында яңы ФАП асылды
Йылайыр районында яңы ФАП асылды

Ошо көндәрҙә Йылайыр районының Сәләх ауылында ҡыуаныслы ваҡиға булды: “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Тәүге медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Тантанала район Советы секретары Илшат Солтангәрәев, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов һәм башҡалар ҡатнашты.

Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты заман талаптарына тулыһынса яуап бирә, бында һәр кем өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Ошонда уҡ фельдшер, процедура кабинеты, хужалыҡ блогы урынлашҡан.

Яңы ФАП өс ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Сәләхтә бөтәһе 132 кеше йәшәһә, Ҡәнзәфәрҙә – 20, ә  Яңы Преображенкала – 19. Өс ауыл халҡын 30 йылдан ашыу Гүзәл Солтанова хеҙмәтләндерә. Күптәр өсөн ул ғаилә докторына әйләнгән: һәр пациентты тыуғандан алып белә, ти сәләхтәр. 

Фельдшер шатлығы менән уртаҡлашып, ФАП төҙөүгә көс һалғандарға, Ҡәнзәфәр ауылы биләмәһе башлығы Рөстәм Тотмановҡа, ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.

Фотолар: Йылайыр район хакимиәте сайты.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йылайыр районында яңы ФАП асылды
Йылайыр районында яңы ФАП асылды
Йылайыр районында яңы ФАП асылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: