Ошо көндәрҙә экологтар Өфө ҡалаһының 113-сө балалар баҡсаһында алты-ете йәштәрҙәге мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса йәнә бер экодәрес үткәрҙе.
Билдәләп үтәйек, экодәрес Башҡортостан Республикаһы Башлығы, төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырылған "Башҡортостандың экойөрәге" проекты сиктәрендә үтте.
Уйын формаһында балалар баҡсаһының 64 тәрбиәләнеүсеһенә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу, эшкәртеү, маркировкалау кеүек мөһим төшөнсәләр тураһында һөйләнеләр, уларға ҡалдыҡтарҙы нисек бүлергә кәрәклеген күрһәттеләр, сеймалдың сүп-сарҙан нимә менән айырылыуын, пластикты, ҡағыҙҙы, быяланы ҡайҙа тапшырырға кәрәклеген аңлаттылар.
"Таҙа Өфө" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры Елена Воробьева һүҙҙәренсә, был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы коллективы күптән инде #КрышечкиЯрҙамғаашыға экологик проектына йәлеп ителгән. Һәр төркөмдә пластик ҡапҡастар йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйылған. Тәрбиәләнеүселәр һәм өлкәндәр дуҫтарын, таныштарын йәлеп итеп, акцияла ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡатнаша, сөнки тәбиғәткә, дауалап булмаҫлыҡ сирле балаларға ярҙам итергә теләй.
Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы балалар баҡсаһы етәкселегенә, ата-әсәләргә социаль-экологик проектҡа ярҙам итеүҙәре, балаларҙа тирә-яҡ мөхиткә яуаплы мөнәсәбәт булдырырға ынтылғандары өсөн рәхмәт белдерә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала экологик ҡарашты популярлаштырыу, экологик белем һәм тәрбиә биреү системаһына ярҙам итеү, уны үҫтереү “Экология” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның төп йүнәлештәренең береһе – халыҡтың экологик мәҙәниәтен, граждандарҙың яуаплылығын арттырыу.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.