“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә 2021 йылда Рәсәйҙә тәүге тапҡыр эшләй башлаған балалар ялы өсөн кешбэк программаһы 2022 йылда ла дауам итәсәк. Ата-әсәләр ҡала ситендәге стационар лагерҙарға юлламалар хаҡының бер өлөшөн кире ҡайтара ала.
2022 йылда балалар лагерына юллама хаҡын “Мир” картаһы менән түләгәндә, биш көн эсендә юллама хаҡының 50 процентҡа тиклемен кире ҡайтарырға мөмкин, әммә 20 000 һумдан күберәк түгел.
Юлламаны мирпутешествий.рф сайтында “Балалар лагерҙары” бүлегендә һайларға мөмкин.
Ваҡыттары: юлламалар 2022 йылдың 31 мартынан һатыла башлаясаҡ. Лагерға барыу ваҡыты – 2022 йылдың 1 майынан башлана.
Шарттары:
- Лагерь – туристик кешбэк программаһында ҡатнашыусы. Унда бөтә стационар лагерҙар (милек формаһына ҡарамай). Исемлек мирпутешествий.рф сайтында баҫыла.
- Юлламаны түләү системаһының лояллеге программаһында теркәлгән “Мир” картаһы менән түләү.
- Аҡса биш көн дауамында “Мир” картаһына автоматик рәүештә кире ҡайтарыласаҡ.
- Кешбэкте һәр балаға алырға мөмкин.
- Балаларҙың йәше, сменалар һәм түләнгән юлламалар һаны сикләнмәй.
Бер балаға лагерға барыу күләме сикләнмәгән – сменаларҙың теләһә ниндәй һанына барырға мөмкин. Кешбэк алыу өсөн һәр сәфәр өсөн айырым транзакция үткәрергә кәрәк.
Бер нисә балалы ғаиләләр өсөн хаҡтың яртыһын һатып алынған һәр юлламанан кире ҡайтарырға мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта республикала “балалар кешбэгы” программаһында ҡатнашыусылар өсөн республика биләмәһендә урынлашҡан ҡала ситендәге лагерға һатып алынған юллама хаҡын компенсациялауға ташламалар һаҡлана – Башҡортостан Хөкүмәте билдәләгән путевка хаҡының 30 проценты - 5934,6 һум (йәйге сменалар осоронда).
Бының өсөн ата-әсәгә юлламаны Мирпутешествий.рф сайтында “Мир” картаһы менән түләгәндән һуң 30 көн эсендә бала уҡыған урын буйынса мәғариф бүлегенә республика компенсацияһын алыу тураһында ғариза (банк картаһынан күсермә, паспорт, тыуыу тураһында таныҡлыҡ) менән бергә бирергә кәрәк. Бынан һуң 15 эш көнө эсендә республика бюджетынан аҡса ҡайтарыласаҡ.
Шулай итеп, “балалар кешбэгы” программаһы буйынса юллама һатып алған ата-әсә түләнгән хаҡтың 50 процентын плюс 5934,6 һумын аласаҡ.
Билдәле булыуынса, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) Владимир Путиндың указы менән раҫланды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: uobrazyurga.kuz-edu.ru