Уҙған йылдың сентябренән Стәрлебаш районында "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ “Атлантис” балалар футбол клубының филиалы асылғас, район балаларының футбол менән профессиональ шөғөлләнеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Әлеге ваҡытта Стәрлебаш филиалында 81 йәш футболсы иҫәпләнә. Улар аҙнаһына өс тапҡыр Стәрлебаш ауылы 2-се урта мәктәбенең спорт залында шөғөлләнә.
Ошо көндәрҙә клубтың баш тренеры һәм нигеҙ һалыусыһы Александр Нечаев башланғысы менән өс төркөмдә – башланғыс әҙерлек, урта һәм өлкән төркөмдәрҙә шөғөлләнгән балалар араһында иптәштәрсә матч уҙғарылды. Спортсылар уҙған осорҙа нимәгә өйрәнгәндәрен күрһәтте, унан да бигерәк, был ваҡытҡа улар Салауат, Өфө ҡалаларында үткән күсмә турнирҙарҙа ла ҡатнашырға өлгөргән.
Балалар ысын күңелдән, еңеүгә ынтылыш һәм дәрт менән уйнаны. Уларға был шөғөлдәре оҡшағаны күренеп тора. Ә был - иң мөһиме. Һәм, әлбиттә, уларҙың уҡыуҙан буш ваҡытта гаджеттар артында туҡтауһыҙ ултырыу түгел, ә спорт файҙаһына һайлау яһауҙары - бик ыңғай күренеш.
– “Атлантс” балалар футбол клубы 2018 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында булдырылды. Беҙ яҡшы тренерҙар составын туплай алдыҡ. Балалар менән ғәмәлдәге футболсылар шөғөлләнә. Бөгөн “Атлантис” футбол клубының туғыҙ филиалы бар. Уларҙың бишәүһе – Стәрлетамаҡ ҡалаһында, ҡалғандары Оло Ҡуғанаҡ, Рощинский ауылдарында, Стәрлебаш һәм Фёдоровка райондарында, – тине Александр Нечаев.
Билдәле булыуынса, “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) Владимир Путиндың указы менән раҫланды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: "Стерлибашевские родники" баҫмаһы.