Дүртөйлө районының Исмаил балалар сәнғәт мәктәбе яңы инструмент – илебеҙҙә етештерелгән “Н. Рубинштейн НР-118” моделендәге пианино алды. “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” мәҙәниәт инфраструктураһын үҫтереүҙең сифат яғынан яңы кимәлен тәьмин итеү төбәк проекты” ошондай мөмкинлектәр бирә.
Бында фортепиано класында 12 уҡыусы белем ала.
"Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, художество мәктәптәре кәрәкле музыка ҡоралдары һәм материалдар менән йыһазландырыла. Шулай итеп, дәүләт һәләтле йәштәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә”, – тип билдәләне Исмаил балалар сәнғәт мәктәбе директоры Динара Кривко.
Матди-техник базаны яңыртыу мәктәп уҡыусыларының төрлө кимәлдәге конкурс һәм фестивалдәрҙә яңы ижади ҡаҙаныштары өсөн шарттар булдыра, сәнғәт өлкәһендәге өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары буйынса белем биреү процесының сифатын яҡшырта.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: "Башинформ".