Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Март 2022, 14:15

Май айында ишектәрен асасаҡ...

Элек фельдшер  һыу үткәрелмәгән  иҫке, һалҡын бинала эшләгән. Һыуҙы колонканан ташырға тура килгән. 

Май айында ишектәрен асасаҡ...
Май айында ишектәрен асасаҡ...

Шишмә районының Ҡара-Яҡуп ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү һәм йыһазландырыу эштәре тамамланды.  Ул ике тораҡ –Бабик һәм Яңы Абдулла ауылдары – халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Фельдшер Алһыу Ҡәләмова бында 29 йыл эшләй. Элек ул  һыу үткәрелмәгән  иҫке, һалҡын бинала эшләгән. Һыуҙы колонканан ташырға тура килгән.  Хәҙер яңы ФАПта бөтә уңайлы шарттар бар. Тейешле коммуникациялар үткәрелгән, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, көтөү зонаһы, медицина ҡорамалдары, дарыухана булдырылған.  Модулде былтыр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы лицензия алғандан һуң май айында асырға тейештәр.

2022 йылда тағы ла 44 модулле ФАП ҡуйыласаҡ. Киләсәктә уларҙы электрокардиографтар менән тәьмин итмәкселәр. Был саҡта ЭКГ мәғлүмәттәре туранан-тура республика кардиоүҙәгенә  тапшырыласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: