Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Март 2022, 12:30

Республика экспорт йүнәлешендә эште дауам итә

Беларусь Республикаһы вәкилдәренең яуап сәфәре 22 – 24 мартта Өфөлә уҙасаҡ Ауыл сәнәғәте форумында көтөлә

Республика экспорт йүнәлешендә эште дауам итә
Республика экспорт йүнәлешендә эште дауам итә

Башҡортостан Республикаһы төбәк етештереүселәренең тауарҙарын Евразия иҡтисади союзы илдәренең баҙарҙарына тәҡдим итеүен дауам итә.

Ҡаҙағстан Республикаһының Нур-Солтан ҡалаһында уҙған XVII “AgriTek & FarmTek Astana 2022” халыҡ-ара махсуслашҡан ауыл хужалығы күргәҙмәһендә Башҡортостан Республикаһы стенд ойошторҙо.

Унда төбәктең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының мәғлүмәт материалдары һәм тауары күрһәтелде, йәғни “Агрогрант”, “Башҡорт бройлеры” идара итеүсе компанияһы, “Дуҫтар” сауҙа йорто, “ЗМК”, “Каскад”, “Көньяк Урал" үлсәү ҡорамалдары заводы ҡатнашты.

Стендты Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге ойошторҙо.

Башҡортостан Республикаһының Ҡаҙағстан Республикаһындағы вәкиле Урал Әнүәр улы Ҡаҙағстандың бизнес-берләшмәләре вәкилдәре менән мәғлүмәт эшен алып барҙы. Ундағы ике тиҫтәнән ашыу предприятиелар Башҡортостан предприятиелары менән В2В форматында эшләргә теләк белдерҙе.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы делегацияһы 16-18 мартта Беларусь Республикаһының Минск ҡалаһында уҙған XXIV “BUDEXPO” халыҡ-ара архитектура-төҙөлөш күргәҙмәһендә ҡатнашты.

– Беларусь Башҡортостандың өс алдынғы сауҙа партнерҙары иҫәбенә инә. Беҙ оҙаҡ йылдар сауҙа-иҡтисади өлкәлә әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ, әлбиттә, бөгөн беҙҙең иҡтисади бәйләнештәр бер нисә тапҡырға арта алыу мөмкинлегенә эйә. Күргәҙмәлә ҡатнашыуҙы ойоштороу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа беҙ күрһәткән ярҙамдың преференциаль сараларының береһе булып тора, сөнки был тышҡы баҙарҙа тауарҙарҙы күрһәтеү һәм үҙең менән таныштырыуҙың беренсе этабы булып тора. Бынан тыш, беҙҙә Конгресс-бюро вәкиллеге уңышлы эшләй, беҙҙең вәкил Башҡортостандан булған һәр ҡатнашыусыға осрашыуҙар әҙерләне, һәм алдағы көндө улар һөҙөмтә килтерер, тип ышанабыҙ, – тип уртаҡлашты Башҡортостандың тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Делегация сосотавына төбәктең экспортҡа эшләгән биш делегация ингән: “Стэирслайт”, “Техномаш”, “Комфорт Пласт”, “Аркстал”, “Көньяк Урал Үлсәү ҡорамалдары заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре.  

Беларусь Республикаһы вәкилдәренең яуап сәфәре 22 – 24 мартта Өфөлә уҙасаҡ Ауыл сәнәғәте форумында көтөлә. Уны Беларусь Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Гомель бүлексәһе, Башҡортостандың Белрустағы Конгресс-бюроһы Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында ойошторасаҡ.   

Төбәк етештереүселәренең тауарҙарын тәҡдим итеү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.

  #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика экспорт йүнәлешендә эште дауам итә
Республика экспорт йүнәлешендә эште дауам итә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: