Дәүләкәндә социаль яҡлауға мохтаж граждандарҙы эш менән тәьмин иткән һәм инвалидтар өсөн хеҙмәт урындарын һаҡларға тырышҡан эш биреүселәрҙе стимуллаштырыу дауам итә. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” (национальный проект “Производительность труда и содействие занятости) милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Дәүләкән районы буйынса көньяҡ-көнбайыш район-ара мәшғүллек үҙәге директоры Ғарифулла Ҡотлоғәләмов әйтеүенсә, йәш белгестәргә стажировка үткәреү ошо сараларҙың береһе. Йәштәрҙең тәжрибә туплап, уҡыған һөнәре буйынса квалификацияһын күтәреүе, артабан эшкә урынлашыуға булышлыҡ итәсәк. Стажировка ваҡыты алты ай тәшкил итә.
Эш биреүсегә стажерҙарға түләнгән эш хаҡы һәм һалым түләүҙәре сығымдары ҡаплана. 2022 йылдан был сумма 20,8 мең һум тәшкил итәсәк.
Дәүләкән районына юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттарын тамамлаусы дүрт стажер киләсәк тип көтөлә.
Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырғанда ла стажирвка үткәреү мөмкин буласаҡ. Эш биреүселәрҙең инвалидтар өсөн эш урындарын йыһазландырыуға, уңайлы инфраструктура булдырыуға киткән сығымдары ла ҡапланасаҡ. Шуныһы мөһим, субсидия алған эш биреүсе хеҙмәт урынын ике йыл дауамында һаҡларға бурыслы.
Фото: utv.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан