Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Петон Механизация” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект “Производительность труда”) ҡушылды. Хәҙер был милли проектта республикабыҙҙан 130 предприятие ҡатнаша.
– Республика Хөкүмәте милли проект сараларын тормошҡа ашырғанда предприятиеларға методологик, консультация һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтә, һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә өлгәшеүҙе баһалай. Предприятиела продукт һайлана һәм юғары һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә эйә булған етештереү өлгөһө уйлап табыла, белгестәр әҙерләнә, алынған тәжрибәне таратыу өсөн предприятие хеҙмәткәрҙәре иҫәбенән үҙгәрештәрҙе ғәмәлгә индереү командаһы төҙөлә, – тине иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
“Петон Механизация” махсус техниканы ҡуртымға биреү буйынса хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә байтаҡ эш тәжрибәһенә эйә. Ул Ленинград өлкәһендәге “Порт” компрессор эргәһендә шыйыҡ газы етештереү, һаҡлау һәм ташыу буйынса комплекс, Яңы Уренгойҙағы Надым-Пур-Тазовский регионының Ачимов ятҡылыҡтарында конденсатты тотороҡландырыу ҡулайламаһын төҙөү кеүек нефть-газ тармағы өсөн әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/438778/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/234668