Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Март 2022, 11:30

“Йәшел ҡалҡан”ды тергеҙеү эше әүҙем дауам итә

Республика өсөн билдәләнгән план 106,6 процентҡа арттырып үтәлгән.

“Йәшел ҡалҡан”ды тергеҙеү эше әүҙем дауам итә
“Йәшел ҡалҡан”ды тергеҙеү эше әүҙем дауам итә

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә министрлыҡ коллегияһы ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урманды һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Министр урынбаҫары Венер Вахитов һәр күрһәткескә ентекле туҡталды һәм 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда урманды тергеҙеү йәһәтенән бурыс тулыһынса үтәлде, тип билдәләне. Былтыр 14916,3 гектар майҙанда урман тулыландырылған һәм йәш үҫентеләр ултыртылған. Республика өсөн билдәләнгән план 98,4 процент булһа, ул 106,6 процентҡа арттырып үтәлгән.

– Былтыр урман хужалыҡтары 3,2 тонна ылыҫлы һәм япраҡлы ағас орлоғо әҙерләне. Планда иһә ике тонна орлоҡ туплау бурысы ҡуйылғайны. Был күрһәткес буйынса Архангел, Бәләбәй, Йылайыр һәм Маҡар урман хужалыҡтары алдынғылыҡты яуланы. Әле тубырсыҡ һәм орлоҡ әҙерләү дауам итә, – тине Венер Вахитов.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/438589/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/234604

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: