Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 22-24 мартта республиканың Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге Рәсәйҙең 20 төбәгенән коллегаларын стажировкаға ҡабул итә.
Программала ҡатнашыусыларҙы үҙәк эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре менән таныштыралар. Шулай уҡ Өфө технология һәм дизайн колледжы, Өфөнөң күп профилле һөнәри колледжы, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы оҫтаханаларына экскурсиялар планлаштырыла.
Стажировкаға Санкт-Петербург, Ҡурған, Кострома, Омск, Ленинград, Волгоград, Киров, Ярославль, Брянск, Липецк, Рязань, Псков, Түбәнге Новгород, Новгород өлкәләре, Приморье крайы, Мари Иле Республикаһы, Алтай, Бүрәт һәм Удмурт республикалары вәкилдәренең килеүе көтөлә.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандың Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” һәм "Фән" милли проектына (национальный проект “Образование”, национальный проект "Наука") ярашлы 2020 йылдың 20 мартында ойошторолдо. Уның эшмәкәрләгенең төп маҡсаты – йылдам һөнәри әҙерлек, һөнәри йүнәлеш биреү, йылдам һөнәри белем алыу, иң яҡшы донъя стандарттарына һәм практикаларына, шул иҫәптән “Ворлдскиллс” стандарттарына ярашлы, иң кәрәкле һәм перспективалы профессиялар буйынса белемде камиллаштырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы ресурстарын үҫтереүҙе һәм файҙаланыуҙы координациялау.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: education.bashkortostan.ru/presscenter/news/438917/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/234879