Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Март 2022, 12:30

Һанлы технологияларҙы өйрәнделәр

“Һанлы сәнғәт: музыка һәм IT” тематик дәресендә районда 1,5 мең самаһы уҡыусы ҡатнашты.

Һанлы технологияларҙы өйрәнделәр
Һанлы технологияларҙы өйрәнделәр

“Һанлы дәрес” Бөтә Рәсәй белем биреү проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Цифровая экономика”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

Проект ҡатнашыусыларға Яндекс, “Касперский лабораторияһы”, “1С” фирмаһы, “Росатом” дәүләт корпорацияһы кеүек төп төп технологик компанияларҙан, шулай уҡ Һаҡлыҡ банкының “Киләсәккә өлөш” хәйриә фондының уҡыусылар өсөн Яһалма интеллект академияһынан мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә белем алыу мөмкинлеген бирә.

Яңауыл районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Һанлы сәнғәт: музыка һәм IT” тематик дәресендә районда 1,5 мең самаһы уҡыусы ҡатнашты. Дәрестә балалар музыкаль композиция ижад иткәндә яһалма интеллект һәләттәрен өйрәнде, музыкаль сервистарҙың эше, компьютерҙың музыка өлкәһендәге мөмкинлектәре менән танышты. Улар шулай уҡ көйҙө график сағылдырыу серҙәренә төшөндө, йырҙарҙың спектрограммаһын, башҡа күнекмәләрҙе үҙләштерҙе.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: yanaul.bashkortostan.ru/presscenter/news/439013/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/234968

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: