Башҡортостанда балалар менән шахмат буйынса дәрестәр алып барырға теләгән мәктәп уҡытыусылары өсөн махсус курс асылды. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына ошо маҡсатта республиканың 11 муниципалитетынан уҡытыусылар килгән.
Мәктәп уҡытыусыларын әҙерләү менән Мәғарифты үҫтереү институты һәм “Толпар” шахмат клубы вәкилдәре беренсе йыл ғына шөғөлләнмәй. Тик эпидемиологик хәл арҡаһында уҡыуҙар туҡтатылып торған ине, хәҙер дәрестәр тергеҙелгән.
- Элек беҙ мәктәптәрҙә балалар менән шөғөлләнергә теләгәндәргә методик белем бирә инек. Хәҙер “Үҫеш нөктәләре”ндә уҡытҡан уҡытыусыларға ла иҫәп тота башланыҡ. Былтыр республикабыҙҙа 207 ошондай үҙәк асылғайны, быйыл тағы 216 “Үҫеш нөктәһе” эшләй башлаясаҡ. Уларҙың һәр береһендә балалар шахмат менән шөғөлләнер, тип ышанабыҙ. Тәү сиратта республиканың ауыл муниципалитеттары уҡытыусылары менән дәрестәр үткәрәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды “Толпар”ҙың директоры Әмир Даукаев.
Биш көнлөк курс тамамланғас, бөтә уҡытыусыларға ла махсус сертификаттар, методик әҙәбиәт, шахмат буйынса компьютер программалары тапшырыла. Дөйөм алғанда, республикала 250-гә яҡын кеше ошондай курстарҙа уҡып сыҡҡан.
Тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәрен булдырыу “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Заманса мәктәп” федераль проектына ярашлы алып барыла. Сифатлы белем биреүҙең мөһимлеген билдәләп, ил Президенты Владимир Путин: “Халыҡ-ара эксперттар башланғыс мәктәбебеҙ донъяла иң көслөләрҙең береһе икәнлеген таный. Беҙ дөйөм белем биреүҙе үҫтереү буйынса ла эште әүҙем дауам итәсәкбеҙ. Һәр бала заманса, сифатлы белем алырға тейеш”, - тип белдерҙе. Әйткәндәй, “Мәғариф” милли проекты ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған май указдары тарафынан раҫланған.
Башҡортостандың тәжрибәһе менән Рәсәй Шахмат федерацияһы ла ҡыҙыҡһынған. “Толпар” вәкилдәре төбәктәрҙә ошо спорт төрөн үҫтереүгә арналған Бөтә Рәсәй конференцияһына саҡырыу алған. Улар был сарала республикала ауыл ере өсөн шахмат буйынса педагогтар әҙерләү тәжрибәһе хаҡында һөйләйәсәк.
Фото: uspschool1.ucoz.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан