22-24 мартта Йылдам профессиональ әҙерлек үҙәгендә илдең төрлө төбәктәренән белгестәр төп эш механизмдары һәм үҙәк эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре менән танышасаҡ, шулай уҡ Өфө технология һәм дизайн колледжында, Өфө күп профилле профессиональ колледжында һәм Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында буласаҡ.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, башҡа төбәктәрҙән килгән коллегаларҙың тәжрибәһе менән танышыу билдәләнгән маҡсаттарға һәм бурыстарға өлгәшеү өсөн яңы һөҙөмтәле ҡоралдар табырға мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта Үҙәк эшмәкәрлегенә һәм урта профессиональ белем биреү системаһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һөнәри белем биреү системаһын республика иҡтисады ихтыяждарына ярашлы алып барыуҙың юғары һөҙөмтәлелеген раҫлай.
Үҙәккә Петербургтан, Ҡурған, Омск, Кострома, Волгоград, Ленинград, Киров, Ярославль, Брянск, Липецк, Рязань, Псков, Түбәнге Новгород өлкәләренән, Приморье крайынан, Мари Иле, Алтай, Бүрәт һәм Удмурт республикаларынан ҡунаҡтар килеүе көтөлә.
Башҡортостандың Йылдам профессиональ әҙерлек үҙәге ике йыл элек “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) һәм “Фән” милли проекттарына (национальный проект “Наука”) ярашлы ойошторолдо. Уның төп эшмәкәрлеге йылдам профессиональ әҙерлеккә, шул иҫәптән тиҙләтелгән һөнәри белем алыу, иң яҡшы донъя стандарттарына һәм практикаларына тап килгән кимәлдә бөтә категория белгестәр әҙерләү, уларҙың квалификацияһын күтәреүгә ҡайтып ҡала.
Фото: copp-rb.ru