Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Март 2022, 09:30

Милли проектта ҡатнашыусылар һаны арта

Урал пружиналар заводы – ил һәм донъя кимәлендә танылған алдынғы предприятие.

Милли проектта ҡатнашыусылар һаны арта
Милли проектта ҡатнашыусылар һаны арта

Республиканың йәнә бер предприятиеһы - “Урал пружиналар заводы”  милли проектҡа ҡушылды. Тейешле килешеүгә БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры  Рөстәм Моратов ҡул ҡуйған.

Урал пружиналар заводы – ил һәм донъя кимәлендә танылған алдынғы предприятие. Ул машина төҙөү, автомобилдә, энергетика, вагон төҙөү тармаҡтарын юғары сифатлы деталдәр менән тәьмин итә. Предприятиеға 2008 йылда нигеҙ һалына, бөгөн унда 500 тирәһе хеҙмәткәр эшләй.

— Милли проектта ҡатнашыу предприятиеның етештереү күрһәткестәрен яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Бының өсөн ҡорамалдарҙы яңыртыу ҙа, эшселәр һанын  арттырыу өсөн сығымдар ҙа талап ителмәйәсәк. Шул уҡ хеҙмәткәрҙәр һәм шул уҡ ҡорамалдар менән дә етештереүҙе яҡшыртып була. Ошо маҡсатта милли проектта ҡатнашыусылар ярты йыл дауамында һаҡсыл етештереү, ваҡытында етешһеҙлектәрҙе асыҡлау алымдарына төшөнөү буйынса эксперт ярҙамы аласаҡ, — ти БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Милли проектта ҡатнашыу сиктәрендә предприятиелар федераль һәм төбәк компетенциялары үҙәктәре эксперттарының хеҙмәт  етештереүсәнлеге һәм етештереү процестарын ҡулайлаштырыу өлкәһендә бушлай методик ярҙамынан ҡуллана ала.

Финанс ярҙамы булараҡ, предприятиелар Сәнәғәт үҫтереү федераль фондынан биш йылға йылына бер процентлы ставка менән 50-300 миллион һум күләмендә субсидия алыуға хоҡуҡлы. Шулай уҡ милли проектта ҡатнашыусылар инвестицияларҙы тормошҡа ашырыуға киткән сығымдарҙан килемгә һалым күләмен 50 процентҡа тиклем кәметеү мөмкинлегенә эйә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект "Произвоительность труда) илдә 2024 йылға хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырырға тейеш. Республикала милли проектта 128 предприятие ҡатнаша. 

Фото: предприятие сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: